-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
21 Август 2010, 20:14

Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)Был арала һеҙҙең турала юҡ-бар хәбәр таратыусылар күбәйер. Шуға ҡарамаҫтан, матди хәлегеҙ мотлаҡ нығынырға тейеш. Ғөмүмән, артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Был бигерәк тә йомаға ҡағыла.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала һеҙҙең турала юҡ-бар хәбәр таратыусылар күбәйер. Шуға ҡарамаҫтан, матди хәлегеҙ мотлаҡ нығынырға тейеш. Ғөмүмән, артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Был бигерәк тә йомаға ҡағыла.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шәхси, мөхәббәт мәсьәләләрендә ҡыйынлыҡтарға юлығыуығыҙ ихтимал. Бында үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ барҙыр – тормоштан артыҡ күпте көтмәгеҙ. Шәмбелә уйламаған ерҙән аҡса килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна мәшәҡәтле, ләкин өмөтлө лә буласаҡ. Ижад менән шөғөлләнгәндәр мотлаҡ уңыр. Ниндәйҙер ижади эште тиҙ генә тамамлай алырһығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғалар етди уйланырға мәжбүр итер, моғайын.

ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Йәмәғәт эштәрендә һеҙҙе уңыш көтә. Барыһы ла ҡулығыҙҙан килер, кеше араһында абруйығыҙ артыр. Был арала ҡаршы енес вәкилдәре менән еңел аңлашырһығыҙ.


Буға (21.04 – 21.05)

Аҙнаның бер аҙ тынысһыҙ башланып китеүе ихтимал. Дүшәмбелә алыҫтан борсоулы хәбәр килер һымаҡ. Был көндәр­ҙе тынысыраҡ үткәрергә кәрәк. Онотмағыҙ, бындай хәл оҙаҡҡа бармаҫ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Шишәмбе артыҡ ҡыуандырмаҫ. Бәғзеләрҙең ысын йөҙөн дә күрерһегеҙ, моғайын. Был арала оло кешеләрҙең кәңәштәренә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шәмбе.

ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна барышында байтаҡ сығым көтә. Уларҙы киләсәккә нигеҙ һалыу тип ҡабул итегеҙ. Был арала күптәрҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Аралашыуҙар ҡыуандырыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Һеҙҙе тыныс осор көтә. Уңыштарҙың нигеҙе – уйлап эш итеүҙә һәм ашыҡмауҙа. Үҙ өҫтөгөҙгә алған йөкләмәләр ҡай саҡ ҡамасаулап торор. Тамамланмаған эштәр ҙә артҡа һөйрәр.

ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аралашыуҙа тотороҡлоҡ күҙәтелер. Был арала булдырған танышлыҡтар өмөтлө һәм оҙайлы булыр, моғайын. Кесе йомала бик күптән күрмәгән кешенән хәбәр алыуығыҙ ихтимал.


Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна барышында ҡайһы бер эштәрегеҙгә йомғаҡ яһарһығыҙ, моғайын. Йондоҙҙар бурыстарҙы ҡайтарырға, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолорға ҡуша. Тап ошондай ваҡытта аралар­ҙы асыҡлау ҙа файҙалы булыр.


Саян (24.10 – 22.11)

Яңы эштәрҙе шаршамбыға тиклем кисектереп тороу яҡшыраҡ булыр һымаҡ. Тормош һәм эш тәртибен ҡырҡа үҙгәртер өсөн кесе йома уңайлы. Үҙегеҙгә ял бирергә онотмағыҙ. Кесе йомала ҡулығыҙға аҡса инеүе йәки бүләк алыуығыҙ ихтимал.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ваҡиғалар барышы тиҙәйгән кеүек тойолор. Тормошоғоҙҙо ҡырҡа үҙгәртеү теләге тыуыр. Ашығыс аҙымдар, тура һүҙлелегегеҙ ҡайһы ваҡыт зыян килтереүе лә мөмкин. Йомала ишеткән хәбәр бер аҙ борсор ҙа, бәлки.