

БР Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария 16 апрелдә киске сәғәт 11-ҙә Иглин районында Өфө-Иглин-Ҡыҙылъяр автомобиль юлының унынсы километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Иглин ауылынан 35 йәшлек ир «Mitsubishi Lancer» автомобиле руле артында Өфө яғынан Иглин йүнәлешендә барған. Ниндәйҙер мәлдә ул автомобиль менән идара итеүҙе үҙ итә алмай, машина юлдан сығып оса. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель «Ашығыс ярҙам» килгәнсе урында уҡ һәләк була. Уның 12 йәшлек улы, алда ултырған була, хәүефһеҙлек ҡайышы менән бәйле булһа ла, ул да етди йәрәхәтләнә, баланы дауаханаға оҙаталар. Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә.